«Забарив Агро» тип атанылар уны, бер аҙҙан «Башҡорт лимузины» булып китте. Мәрмәр ит кенә ашап ятырбыҙ тип хыялланһаҡ, мәрмәр түгел, былай ит тә ашата алманылар. Тырым-тырағай ҡалған ошо предприятиелар еренә — Керәүлегә «Мәләүез ит комбинаты»нан яңы инвестор килде. Хәҙер улар «Башҡорт етештереүселәренең ит союзы» («Мясной союз башкирских производителей») тип йөрөтөлә. Былары ла йөрөр-йөрөр ҙә ташлап китер ҙә барыр, тип уйланы күптәр (бер ауыҙ бешкәс ни), тик, юҡ, был егеттәр эшкә ныҡлап тотонмаҡсылар. Әле генә өр-яңынан техника алып ҡайттылар - 3 «Беларус», 4 трактор тағылмаһы, 3 пресс йыйғыс, тағы әллә күпме ҡоролма. Барыһын да тере аҡсаға алғандар. Быға тиклем дә «К-701» алғандар. Уларҙың 578 га сәсеү өсөн тәғәйен ерҙәре бар. Хужалыҡтың төп эшмәкәрлеге — һыйыр малын үҫтереү һәм һимертеү. Фермаларында әле 700 баш самаһы лимузин тоҡомло малдары бар, тағы ла алып ҡайтабыҙ, тиҙәр. Ауыл етәкселегенә шылтыратһаҡ, улар шатлығын йәшермәй: инвесторҙар ныҡлап төпләнеп, эш урындары булһа, Себерҙә йөрөгәндәр ҙә ҡайтыр ине. Иң мөһиме — былары ла ташлап ҡына китмәһендәр. Яңы хужалыҡ тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Рәүеф Намаҙғоловтан белештек:
- Яйлап эш башлап ебәрҙеләр. Әлеге көндә бында 34 кеше эш менән тәьмин ителгән. Уларҙың барыһы ла тиерлек элекке хужалыҡта эшләгән, үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр. Быйылға күберәк әҙерлек эштәре менән шөғөлләнәләр. Әлеге көндә ҡышҡылыҡҡа малдарға аҙыҡ хәстәрләү менән мәшғүлдәр. Элекке хужаларҙан һуң бик үк яҡшы торошта булмаған биналарын таҙарталар. Шулай уҡ техникаларын әҙерләйҙәр, сәсеү әйләнешен билдәләйҙәр. Киләһе йылдан үҙҙәренең барлыҡ ерҙәрен эшкәртеп, үҙҙәренә кәрәкле культуралар сәсеү эшен дә башлап ебәрәсәктәр. Хужалыҡ «Мәләүез ит комбинаты» базаһы булып тора һәм улар был комбинатты бер туҡтауһыҙ ит менән тәьмин итергә тейеш буласаҡтар.