Все новости
Ауыл хужалығы
1 Октября 2019, 11:51

Күңелде күтәрерлек

«Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативы үҙ баҫыуҙарында быйыл көнбағыштың ете төрөн сәсте.

Хужалыҡ механизаторҙары һуңғы көндәрҙә был культура уңышын йыйыуға төштө. Әлеге көндә ун комбайн көнбағыш баҫыуҙарын иңләй. Тәүге гектар ҡеүәте күңелде күтәрерлек: ул 15 центнерҙан алып 28 центнерға тиклем тәшкил итә.

- Бөгөн еңелдән булмаған, ҡоролоҡло йылда үҫтерелгән һәр культура ҡәҙерле, шуға күрә көнбағыш уңышын мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ, - ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Шәүкәт Ишкинин.

Көнбағышты йыйыуҙа комбайнсылар Рузил Саттаров, Әхмәҙулла Бикмаев, Алик Собханғолов, аталы-уллы Рәхим менән Рәсил Аҡһаровтар, Илфат Боҫҡанов, Шәүкәт Ишкинин, Рәмил Искәндәров, Ҡорбанғәли Унбаев һәм Инсаф Боҫҡанов тырышып эшләйҙәр. Уңышты ырҙын табағына ташыуҙа водителдәр Наил Хәсәнов, Илшат Түләков, Рөстәм Суюнов, Йәмил Аҡһаров уңғанлыҡ күрһәтә.

Баҫыусылар уңышлы эшләһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған: көнөнә ике тапҡыр йылы аш ойошторолған, техника төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплауға алдан хәстәрлек күрелгән.

Рәүеф АБДУЛЛИН

Яҡшымбәт ауылы

Автор фотоһы
Читайте нас: