Көндәр бер аҙ матур торғанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре иркенләп көнбағыш баҫыуҙарына төшкәйнеләр, тик һауа торошо тағы ла боҙолоп китте, ямғырҙар башланды. Шуға күрә район баҫыуҙарында ғәйепле кеше кеүек баштарын аҫҡа эйеп ултырған тос емешле көнбағыштарға тағы ла бер аҙ көтөп торорға тура киләсәк.
Дүшәмбе көнөнә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, районда көнбағыш баҫыуҙарының 41 проценты йыйып алынған. Әлеге этапта көнбағыштың гектар ҡеүәте уртаса 16 центнер тәшкил итә.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бер юлы туңға ер һөрөү эшен дә алып бара. Шулай уҡ «Искра» хужалығы бөгөнгө көндә орлоҡҡа кукуруз йыйыу менән мәшғүл. Улар 61 гектар майҙанда кукурузды йыйып алғандар ҙа инде. Кукуруздың уртаса гектар ҡеүәте 50 центнер.
Көндәр тағы бер аҙға ғына булһа ла аяҙытып тороп, район аграрийҙарына юғалтыуһыҙ ғына ҡалған культураларҙың барыһын да йыйып алырға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ.