Все новости
Ауыл хужалығы
22 Октября 2019, 11:24

БАРЫҺЫ ЛА БИРӘ

Көҙ көнө уңыш йыйып алыныу менән район хужалыҡтары үҙҙәренең пайсыларына дивиденд тапшырыу эшен башлап ебәрә. Ҡайһы бер хужалыҡтар был эште күптән инде тамамлап ҡуған, ә ҡайһы берҙәре әле генә башлап тора. Районда был юҫыҡта эштәр нисек бара икәне хаҡында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллиндан белештек. Уның әйтеүенсә, районда дивиденд түләү менән эштәр яҡшы бара. Бер ниндәй ҙә ялыу-фәлән юҡ әлегә. «Кемдәр ошоға тиклем пай ерҙәрен рәсмиләштермәгән, шулар менән генә проблемалар булыуы бар. Ошоға тиклем пай ерҙәре өсөн алмағандар ҙа быйыл ала башланы», - тине ул.

Шулай уҡ район халҡының да фекерен белештек һәм түбәндә ҡайһы хужалыҡтың күпме түләүе хаҡында ла мәғлүмәт бирәсәкбеҙ:

Рәйфә БУРАНҒОЛОВА, Илкәнәй ауылы:

- Илшат Мәзитов пай ерҙәребеҙ өсөн йыл да ваҡытында дивиденд биреп тора. Халыҡ һәр саҡ риза булып ҡабул итә. Йыл һайын бойҙай, арпа, көнбағыш майы килтереп, таратып бирә. Быйыл 5 центнер арпа алдым, кемдәрҙер бойҙай алды. Илшат Рәшит улына барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ.

Закир БИГӘНӘКОВ, Ҡалта ауылы:

- Киров исемендәге хужалыҡ пай ерҙәре өсөн йыл да һолоһон да, бойҙайын да биреп тора. Былтыр 3 центнер һоло һәм 2 центнер бойҙай биргәйне, быйылғы тәбиғәт шарттары игендән мул уңыш алырға ирек бирмәһә лә, хужалыҡ беҙгә 2-шәр центнер бойҙай менән һоло таратты.

Зөлфирә УСМАНОВА, Абдул ауылы:

- Шөкөр, һәр пай өсөн 3-әр центнер бойҙай тарата башланылар. Былтыр ҙа шулай уҡ биргәндәр ине. «Искра» колхозына рәхмәтлебеҙ, йыл да ҡош-ҡорт, мал аҫырар өсөн уларҙың файҙаһын күреп торабыҙ. Киләсәктә лә шулай мул уңыш алып, беҙҙе, ауыл халҡын, ҡыуандырып ҡына торһондар.

Розалия ҒӘЛИЕВА

вставка

1.Киров исемендәге хужалыҡ — 2 ц бойҙай, 2 ц һоло;

2.«Искра» — 3 ц бойҙай, 1500 һум;

3.«А7 Агро-БР» — 2,7 ц бойҙай;

4.«Көйөргәҙеагропродукт» — 2 ц бойҙай;

5.«Түкән» — 4 ц бойҙай;

6.«Юлдаш» — 1,5 ц һоло, 1 ц бойҙай;

7.«Медведь» — 1 ц бойҙай, 2,2 ц һоло;

8.«Мәләүез» — 1,8 ц бойҙай, 1,8 ц арпа, 70 кг шәкәр;

9.«Нива» — 2 ц бойҙай, 10 литр көнбағыш майы;

10.«Ватан» — 1,5 ц бойҙай, 1,5 ц арыш, 6 литр көнбағыш майы;

11.«Ильинка» — 5000 һум аҡса йәки 5 ц бойҙай;

12.«Аргус» — 3 ц бойҙай, 5 литр көнбағыш майы;

13.«Дуҫлыҡ» — 4 ц һоло;

14.Абдуллин КФХ-һы — 4 ц бойҙай;

15.Әкбәров КФХ-һы — 3 ц бойҙай, 500 һум;

16.Аҡсурин КФХ-һы — 2 ц бойҙай, 2 цһоло;

17.Әлмөхәмәтов КФХ-һы — 4 ц бойҙай;

18.Ғәлиәхмәтов КФХ-һы — 2 ц бойҙай;

19.Дементьев КФХ-һы — 2 ц һоло, 1 ц бойҙай;

20.Ермаков КФХ-һы — 5000 һум;

21.Кәримов КФХ-һы — 5 ц бойҙай йәки 5 ц һоло, йәки 5 ц арпа;

22.Мәзитов КФХ-һы — 5 ц арпа йәки 5 ц бойҙай, 10 литр көнбағыш майы, һалымын түләй;

23.Поляев КФХ-һы — 3,5 ц бойҙай;

24.Рамаҙанов КФХ-һы — 2 ц бойҙай, 2 ц һоло;

25.Хазғәлиев КФХ-һы — 3 ц бойҙай, 5 литр көнбағыш майы;

26.Усманов КФХ-һы — 4 ц һоло;

27.Саттаров КФХ-һы — 5 ц бойҙай, 5 ц арпа;

28.Әмәкәсов КФХ-һы — 3 ц бойҙай;

29.Йәнбирҙин КФХ-һы — 3 ц бойҙай.

Розалия ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: