Быйылғы йыл «Искра» ауыл хужалығы кооперативында мал аҙығы өсөн кукуруз бойҙайы сәселде. Хужалыҡ етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мостафин ҡарарына ярашлы, был төр кукуруз ярайһы ғына күләмдә, йәғни 500 гектарҙа сәселде. Бөгөнгө көндә, көнбағыш урыу менән бергә, кукуруз бойҙайы йыйыу бара. Уңыш, аллаға шөкөр, ҡыуандыра: гектар ҡеүәте 55-57 центнер. Был күрһәткес республикала иң ҙуры. Әлеге ваҡытта 200 гектар майҙандан уңыш йыйып алынды. Р.Ғ. Мостафин әйтеүенсә, һатып алыусылар ҙа хаҡты матур ҡуя, йәғни тоннаһына 14 мең һум бирәләр. Игенде киптереү өсөн хужалыҡ Яҡшымбәт ырҙын табағына ун миллион һумлыҡ инвестиция һалды, яңы ҡоролмалар ҡуйылды. Ураҡ һуңғы йомғаҡлау сигендә, ә комбайн тауыштары тынған баҫыуҙарҙа туңға һөрөү бара. Был эшкә 8-10 берәмек ҡеүәтле техника йәлеп ителде, механизаторҙар Румил Аҡһаров, Рим Ғәлимов, Зөфәр Вәлитов, Хаммат Һөйөнов, Хәйҙәр Сәлтәшев, Альберт Аҡсурин, Раил Түләков, Айнур Ниғмәтуллиндар эшләй.