Все новости
Ауыл хужалығы
29 Октября 2019, 12:12

Юғары награда алдылар

Үткән аҙнала райондың бер төркөм ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт итеүселәре Өфөгә барып ҡайтты. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саранан буш ҡул менән ҡайтманы улар.
Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветстанцияһы начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Шулай уҡ был көндө «Искра» хужалығынан малсы Ризәлә Саттарова «Һөнәре буйынса иң шәп» һәм диспетчер-ревизор Илдус Түләков Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе урынбаҫары Мидхәт Ғисмәтулиин «Почет билдәһе» алды. Ә «Ватан» хужалығы рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтовҡа һәм «А7 Агро БР» хужалығының бригада начальнигы Рәмил Хамматовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелде.
Уларҙың барыһын да лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштарға өлгәшеп кенә йәшәргә яҙһын!
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: