Крәҫтиән гел иҫкелеккә генә йәбешеп, бер урындан ҡуҙғалмай тик ултырһа, уның эштәре алға бармаясаҡ. Был йәһәтән беҙ етәкселәрҙән уңдыҡ. Рәмил Мостафинды ғына алайыҡ. Ҡайҙа ниндәй яңылыҡ ишетә, уңайлы яҡтарын күрһә, мотлаҡ уны үҙ хужалығына кертергә тырыша. Машинаға ултырам да сығам да китәм, тигәйне ул бер ваҡыт беҙҙең менән һөйләшкәндә. Машина менән барырлыҡ булмаған ерҙәргә самолетта оса.
Бына яңыраҡ Рәмил Ғиниәт улы Стәрлетамаҡ районында булды. Бында No-Till системаһын алдынғы хужалыҡтарҙа ҡулланыу тигән темаға семинар үткәргәндәр. Ә «Искра» алдынғы хужалыҡ, No-Till системаһын күптән эшкә егә. Был система нисек итеп юғары уңыш алыуға ярҙам итә, иген үҫтереүҙең хаҡын кәметә - шул хаҡта булған һөйләшеү. Иң мөһиме, тигәндәр был семинарҙа ҡатнашыусылар, ерҙең уңдырышлығын һаҡлап ҡалыу, тупраҡҡа зыян килтермәү мөһим, бер көн менән йәшәргә ярамай, үҙебеҙҙән һуң ейәндәргә ниндәй ер ҡалдырабыҙ, шул хаҡта уйларға кәрәк, тип фекерләшкәндәр. Стәрлетамаҡ районында булған сарала «Искра» хужалығы менән бер рәттән Әбйәлилдең «Красная Башкирия»һы, үҙҙәренең «Рощинский» совхозы һәм Фәндәр академияһынан ғалимдар ҡатнашҡан.