Все новости
Ауыл хужалығы
31 Октября 2019, 19:03

Көнбағыш — килтерә оло табыш

Көйөргәҙе районы аграрийҙары көнбағыш йыйыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Райондың ауыл хужалығы белгестәре әйтеүенсә, гектарынан уртаса 16 центнер май культураһын йыйыу — район өсөн юғары күрһәткес.Баҫыу эштәренә һауа шарттары ҡамасаулауға ҡарамаҫтан, аграрийҙар көнбағыш йыйыуҙы ваҡытында тамамларға тырыша.
Районда быйыл 23 178 гектар майҙанда көнбағыш сәселгән. Шуның 73%-ы, йәғни 16 911 гектарында йыйып алынған да инде. Ауыл хужалығы өлкәһендәге хәлдәрҙе белергә һәм шулай уҡ Холодный Ключ ауылынан Рәшит Ханбәков яҡтыртҡан проблеманы асыҡлар өсөн район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллинға мөрәжәғәт иттек:
- Көнбағыш уңды быйыл. Уртаса гектар ҡеүәтенең 16 центнер булыуы беҙҙең район өсөн юғары күрһәткес, былтыр көнбағыштың гектарынан уртаса 12 центнер уңыш алғайныҡ. Хаҡтарына килгәндә инде, тәүҙә килограмын 16 һум 50 тиндән алғайнылар, әлеге көндә 15 һум тирәһе. Көнбағыш баҫыуҙарының майҙаны йылдан-йыл арта, был бер кемгә лә сер түгел. Ауыл хужалығы тармағын үҫтерәм тиһәң, ҡайһы культура ерҙең үҙенсәлектәренә, бындағы тәбиғәт шарттарына тура килә, шуны сәсергә тура килә. Көнбағыш сәсеп ерҙе боҙалар, тиеүҙәре бәхәсле һорау ул. Улай тип әйткән кеше ерҙең химик процесын белмәй. Эйе, көнбағышты йыл да бер урынға сәсергә ярамай. Былай эшләгән саҡта ул ерҙә вирус барлыҡҡа килә. Көнбағыш дым етмәгән саҡта ла бирешмәй, тамырҙарын 3 метр тәрәнлеккә хәтлем ебәрә лә, шунан үҙенә кәрәкле төрлө туҡлыҡлы матдәләр ала. Аҙаҡ көнбағышты йыйып алғас, шул органик ашлама ерҙә һаҡланып ҡала һәм киләһе йыл ошо урынға сәселгән культура өсөн ныҡ файҙалы. Көнбағышты бер үк урынға 7 йыл үткәс кенә кире сәсергә, тигән ҡараш элек-электән йәшәп килә. Хәҙер заман технологиялары үҙгәрҙе, вирустарҙы үлтерә торған көслө химик һәм биологик препараттар күп. Шулай уҡ төрлө экспресс-технологиялар ҙа етәрлек. Шуға күрә бер үк баҫыуға 4-5 йылдан әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Күп фермерҙар бындай технологияны ҡабул итмәйҙәр, әлбиттә, йыл да бер урынға көнбағыш сәсеү менән мауығалар. Ә бына «Искра» хужалығы 4 йылдан һуң ғына сәсә. Ни өсөн көнбағышты күп сәсәбеҙ һуң? Быға яуап ябай — ауыл хужалығы тармағын бөтөрмәҫ өсөн. Бойҙай сәсеп кенә ауыл хужалығын алға ебәреп булмай, сөнки уны һата алмай йонсойбоҙ. Бойҙай ғына сәсеп, барлыҡ хужалыҡтарҙы банкрот итәйекме? Ҡайһыныһы беҙҙең район климатына килешер икән тип, төрлө культуралар сәсеп ҡараныҡ. Етенен дә сәсеп ҡараныҡ, әммә көнбағышты алыштырырлыҡ культураны һаман да таба алмайбыҙ әле. Борсаҡ та үҫә ул беҙҙә, ләкин уны ла реализовать итеп булмай. Көнбағышты элеватор ала, шәкәр сөгөлдөрөн дә Мәләүезгә тапшырып була. Әлеге көндә иген эшкәртә торған берәй производство булдырырға тырышып йөрөйбөҙ. Был мәсьәлә менән юғарыға ла әллә күпме тапҡыр сыҡтыҡ. Ошо эште көйләһәк, киләсәктә бойҙайҙың да, арпаның да сәсеү майҙандарын киңәйтәсәкәбеҙ һәм сәсеү әйләнешенең оптималь вариантын да табырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: