Все новости
Ауыл хужалығы
31 Октября 2019, 18:58

«Золотой век»мы икән әллә?

Был яҙғаным минең фекер түгел, ғүмер буйы алдынғы механизатор булып эшләгән кешеләрҙең һүҙе. Һүҙ көнбағыш тураһында барыр. Кешеләргә бер нәмә ярамай, бына көнбағыш эшкәртә торған завод төҙөгәйнеләр, кешеләргә тағы яраманы, зарлана башланылар.
Элекке замандарҙа район баҫыуҙарында арыш, бойҙай, ҡара бойҙай, борсаҡ, кукуруз, арпа, һоло, тары, сөгөлдөр, мал сөгөлдөрө, бәрәңге һәм башҡа бик күп культуралар сәсә торғайнылар. Юғары белемле ер белгестәре, академиктар, агрономдар план төҙөп, хужалыҡтарға ебәрәләр һәм һәр ваҡыт тикшереп торалар ине. Ә хәҙер ҡайҙа ҡарама тик көнбағыш ҡына үҫеп ултыра. Әллә, «Золотой век» тигәндәре ошомо икән?
Ерҙе боҙалар тип тә һөйләйҙәр әлеге таныш механизаторҙар. Ҡара әле әй, уҡымаған кешеләр ҙә уны беләләр икән дә. Быға аптырырға ла түгел, быны бөтәһе лә белә. Нишләп борсаҡ, бәрәңге, сөгөлдөр сәсеп яфаланырға һуң, әйҙә, яфаланған колхоздар яфаланһын. Йыл һайын бер урынға көнбағыш ҡына сәсеп, ерҙе боҙоусыларҙы кем тикшерә лә, кемгә хәжәт ул. Хәҙер бит демократия ваҡыты. Кемгә нимә «выгодно», шуны сәсә лә ҡуя. Алдағыһын уйлап та тормай. Ә уйларға кәрәк. Ерҙең технологияһы боҙолоуын, үҙебеҙҙән һуң киләсәк быуынға нимә ҡалырын уйларға кәрәк тә бит.
Ярар, был көнбағыш сәсеүселәргә «заслуженный» ҙа бирерҙәр, маҡтарҙар ҙа, әммә киләсәк быуын уларҙы ҡарғар бит. Киләсәктә бар ерҙәребеҙ уңдырышһыҙ булһа, берәй заман аслыҡ килһә... Ас кешенең ҡарғышы төшә. Ысынлап та, был алама хәл бит. Аптырарлыҡ хәл был. Ауыл хужалығында берәүгә лә бер нәмә лә кәрәкмәй, тик барыһына ла көнбағыш заводын ғәйепләй ҙә ҡуялар. Ошо хәлгә бик ныҡ аптыраған, килсәк быуын өсөн борсолған кеше һүҙҙәрен яҙып алдым.
Дөрөҫ һүҙҙәр бит. Килешәһегеҙме? Бына ашханала меню төҙөгән кеүек, ер белгестәре ҡайҙа, ҡасан, нимә сәсергә алдан план төҙөп, тикшереп торһалар ине. Ошолай итеп ер әйләнешен үҙгәртеп торһалар ине...
Рәшит ХАНБӘКОВ
Холодный Ключ ауылы
Читайте нас: