Инсинератор тигән һүҙҙе һеҙҙең ишеткәнегеҙ булдымы икән, беҙҙең юҡ. Ата-бабаның ҡолағына ятмаған һүҙ булһа ла, бөгөн унһыҙ тормош бармай. Мал ҡалдыҡтарын яндыра торған нәмә ул. Яңы ғына был ҡорамалды «Ватан» хужалығы алып ҡайтып урынлаштырҙы.
Районға инсинератор ҡайтҡан икән тигән яңылыҡты ишеткәс тә, туранан-тура Холмогорға елдерҙек. Беҙ барғанда мейесте яйға һалып йөрөйҙәр ине. Хужалыҡ етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов:
- Хаҡы, тулайым алғанда, 600 мең һумға төштө. Инсинераторҙың ҡеүәте — 200 кг. Республикала иң тәүгеләрҙең береһе булып беҙ алып ҡайттыҡ уны. Был беҙҙең хужалыҡ өсөн бик кәрәкле ҡорамал, сөнки үҙебеҙҙең колбаса цехы ла бар, мал һөйәктәрен һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы тәбиғәткә зыян килтермәй генә юҡ итергә тура килә. Шуныһы ла ҡыуаныслы, инсинераторҙың 50%-ҡа тиклем хаҡын республика кире ҡайтара. Шуны ла өҫтәп әйтке килә: Ҡаҙағстанда күптән инде был ҡорамал менән ҡулланалар, унда мал зыяраттары тигән нәмә әллә ҡасандан юҡ.