Все новости
Ауыл хужалығы
15 Ноября 2019, 11:37

Ожмахтағы кеүек тиһәләр ҙә...

Көҙ миҙгеленең һуңғы айының уртаһына ла еттек. Алда беҙҙе оҙайлы ҡыш көтә. Малдарҙың барыһы ла күптән инде йылы ҡураларға инеп бөттө. Мал ҡураға ингәс, ауылда йәшәүе ожмахтағы кеүек, тиҙәр. Ысынлап та, ҡышҡы миҙгелдә ауыл халҡы бер аҙ иркенерәк тын алып ҡала. Шулай ҙа, улар өсөн өсөн ҡыш миҙгеле етди бер һынау ҙа булып тора. Малдарының нисек ҡыш сығыры, мал аҙығы менән ҡытыршылыҡ булмаҫмы, тигән борсолоуҙар ҙа булғылай. Шулай уҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә продукция етештереүҙе кəметмəй генә ҡыш сығыу бурысы ла йөкмəтелə. Район хужалыҡтарының ҡышҡа әҙерлеген, тын алышын белер өсөн «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғоловҡа мөрәжәғәт иттек.
- Тулы әҙерлек менән ҡышты ҡаршылайбыҙ. Мал аҙығы етәрлек әҙерләнгән. Малдарҙың барыһы ла күптән инде ҡураға инеп бөттө. Ауыл хужалығында гел генә барыһы ла ал да гөл булмай, әлбиттә. Әҙерәк борсолоуға һалған хәлдәр ҙә осрай. Бына быйылғы йылда һауым күләме хөртөрәк. Ни өсөн тигәндә, «А7 Агро-БР» 180 һауын һыйырын, «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе» барлыҡ малдарын бөтөрҙө. Шуға күрә лә былтырғы йыл мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда, тулайым алғанда һөт продукцияһы буйынса кәмерәк киләбеҙ. Бөгөнгө көндә хужалыҡтарҙа 1370 һауын һыйыры иҫәпләнә. Шулай уҡ һөт кәмеүгә малдарҙы ҡураларға индереүҙе һуңлатыу ҙа сәбәпсе булып тора. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән мал аҙығын экономлайбыҙ тип күп хужалыҡтар малдарын ҡураға кертеүҙе һуҙалар. Яландарҙа мал ашарлыҡ үлән ҡалмай тиерлек, шуға күрә һыйырҙарҙың һөтө ҡырҡа кәмей. Малдарҙы ҡураға керткәс, һөт күләмен нисек кенә күтәрергә тырышһаң да, барыбер элекке кимәленә еткереп булмай. Шулай итеп мал аҙығын экономлайбыҙ тип, әллә күпме продукцияны юғалтабыҙ. «Искра» хужалығында ла былтырғыға ҡарағанда һөт бер һыйырҙан 1,4 кг-ға кәмерәк, Киров исемендәге хужалыҡта ла минус 2,7 кг. Башҡа хужалыҡтарҙа ла күрһәткестәр шулай уҡ минус менән килә. Әлеге көндә һәр һыйырҙан уртаса 9,4 кг һөт алына. Былтыр был күрһәткес — 11,3 ине. Һөттөң кәмеүе шулай уҡ ошо осорҙа быҙаулай торған һыйырҙарҙы һыуалдырыу менән дә бәйле. Һыйырҙар быҙаулай башлағас, һөт кимәле лә күпкә күтәреләсәк. Һөткә хаҡ юҡ тип нисәмә йылдар һөйләйбеҙ, шулай ҙа бөгөнгө көндә һөткә хаҡ юғары — 25 һум да 65 тингә барып етә.
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: