Үткән шаршамбы көндө баш ҡалабыҙ Өфөлә БР ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының икенсе съезы үтте. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Намаҙғолов, Ҡунаҡбай ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Абдрахман Сөләймәнов, Илкәнәй ауылында төҙөлә башлаған һөт йыйыу заводы директоры Роберт Кирәев ҡатнашты.
Ошо ҙур сара хаҡында беҙ Нәүғәт Хисмәтуллиндан һораштыҡ.
- Был сарала Башҡортостан вәкилдәре генә түгел, күрше өлкәләрҙән, Татарстандан да ҡатнаштылар. Съезд делегаттары үҙҙәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты.
Беҙ кооперативтар тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәләрҙе күреп хайран ҡалдыҡ. Унда һөт, ит, йәшелсә, емеш, шифалы үләндәр, бәшмәктәр, ҡыҫҡаһы, нимә генә юҡ.
Ауылдарҙа сүп үләндәр үҫеп ултырған майҙандар күп. Шунда уҡыусы балалар үҙҙәре берәй нәмә сәсеп үҫтереп, аҙаҡ шуларҙы һатып аҡса эшләргә өйрәнһендәр ине. Татарстанда ошо йүнәлештә эште мәктәп эскәмйәһенән үк башлайҙар икән.
Пензала йәй айҙарында ҡурай еләге үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Ике гектар ерҙән 17,5 тонна емеш алғандар. Был бик мул уңыш. Ҡыш саған һуты ла эшләп һаталар. Файҙаһы бар, тиҙәр. Ысынлап та, саған һуты ныҡ ҡиммәт.
Үҙебеҙҙең Федоровка районында файҙалы үләндәрҙе йыйып, киптереп, матур һауыттарға һалып, шуларҙы һатыу менән шөғөлләнәләр. Ҡаҡ эшләүселәр ҙә бар. Төрлө формала, төрлө ҡумталарҙа һатыуға ҡуйғандар. Файҙаһы булмаһа, шөғөлләнмәҫ инек, тиҙәр.
Ҡаҙ итен дә төрлөсә итеп һаталар, ҡаҡланғаны ла, тоҙланғаны ла бар. Ҡаҙ майынан дарыу ҙа яһап, аҡса эшләйҙәр. Күп төрлө сорттағы бәшмәктәрҙе лә матур итеп эшкәртеп, һатыуға сығарыусылар юҡ түгел. Бәшмәктән паштет та яһайҙар. Эшләгән кеше яйын таба инде. Шундай эшҡыуарҙар беҙҙең районда ла күберәк булһын ине.
Бер һүҙ менән әйткәндә, аптырап та, ҡанатланып та ҡайттыҡ. Уйламаған ерҙән аҡса эшләй кешеләр. Ә беҙҙә халыҡ ниңәлер әүҙем түгел. Әле Холодный Ключ ауылында буш торған мәктәп бинаһын һоранылар. Бәшмәк үҫтереү менән шөғөлләнмәкселәр. Бик яҡшы, эшләһендәр генә. Юғиһә, районда көнбағыш үҫтереүгә тотондолар ҙа киттеләр, башҡа шөғөл күрмәйҙәр. Аяҡ аҫтында тулып ятҡан әйберҙәрҙән аҡса эшләү ысулдары бик күп. Бының өсөн баш, аяҡ һәм ҡулдарҙы ғына эшләтеү кәрәк. Беҙ һәр башланғысты хуплап ҡабул итәбеҙ, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Хөкүмәт тә был йәһәттән ярҙам итергә генә тора, күп төрлө ярҙам программалары лэшләй. - ти Нәүғәт Кәлимулла улы.
РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡырағай үҫемлектәр менән сауҙа итеү баҙарын үҙ ҡулына алмаҡсы. Рәсәй хөкүмәтенең рәсми порталында баҫылған ҡарар шул турала һөйләй.
Йәғни, ябай тел менән әйтһәк, министрлыҡ әҙәм балаһы үҙе урманға йәки болонға сығып йыйып, шуның менән һатыу иткән еләк, сәтләүек, бәшмәк, төрлө орлоҡтар, шифалы үләндәр баҙарын көйләй булып сыға.
Ведомство чиновниктары үҙҙәренең был ҡарарын һатыуға сығарылған еләк-емештең, үләндәрҙең сифатын яҡшыртырға тырышыу менән аңлата. Ә уларҙы йыйыуға килгәндә, бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмаясаҡ, тип хәбәр итә.
Рәсәйҙең ҡырағай емеш-еләк, башҡа файҙалы үҫемлектәр буйынса йыллыҡ запасы 8,5 миллион тонна. Ләкин, белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта уның 6 проценты ғына файҙаланыла.