Все новости
Ауыл хужалығы
26 Ноября 2019, 12:03

Ашаған малда өмөт бар

Районыбыҙ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн мөһим осор булған мал ҡышлатыу башланды. “Искра” хужалығы мал ҡышлатыуға яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫты. Бында малдарҙың аҙыҡ өҫтәле мул булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалдылар. Әлеге мәлдә ферма ихаталарына ялан-ҡырҙан мал аҙығы – бесән-һалам ҡайтарыла, силос менән сенаж соҡорҙары тулы. Эшсәндәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки йәй-көҙ фермаларҙа ремонт үткәрелде. Хужалыҡтың алты бүлексәһендә биш меңгә яҡын һыйыр малы аҫрайҙар, шуларҙың меңгә яҡыны – һауын һыйырҙары. Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулыландырыла. Бынан тыш хужалыҡта йылҡы малы ла аҫрайҙар. Хужалыҡ районда һәм республикала һөт етештереү буйынса алдынғылар иҫәбендә. Бөгөнгө көндә тәүлегенә 125 центнер һөт етештерелә. Яҡшы сифатлы һөт өсөн һатып алыусылар ҙа яҡшы хаҡ ҡуя. Әле бында һөт һатыуҙан кооператив кассаһы ярайһы ғына тулылана. Унан килгән табыш кәрәк-яраҡҡа, хеҙмәт хаҡы түләүгә тотонола. Етәкселек һөтсөлөк фермаларын яңыртыу буйынса ла маҡсатлы эш алып бара, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше яҡшы ҡуйылған.
- Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ инде, сарыфланған аҡса файҙаһын бирмәй ҡалмай ул, ти хужалыҡ рәйесенең малсылыҡ буйынса урынбаҫары Рим Саттаров. - Беҙҙә уңған малсылар етерлек, һәр береһен маҡтап әйтергә була. Самат Саттаров, Илдар Сынбулатов, Ринат Әхтәмов, Ахунйән Бикмаев, Руслан Исхаҡов, Венер Бикмаев һ.б.
Рәүеф АБДУЛЛИН
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: