26 ноябрь көнө “Искра” ауыл хужалығы кооперативында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөн билдәләп үттеләр. Баҫыу батырҙары өсөн тағы ла бер хеҙмәт йылы тамамланған кеүек тиергә була. Һөнәри байрамды көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң ойошторолоуы айырыуса ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә беҙҙең хужалыҡтың яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандырырлыҡ көсө бар. Байрамға йыйылған хужалыҡ ағзаларын район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Ю.Т. Ильясовтың ҡотлауын еткерҙе. Баш диспетчер Илдус Түләковҡа Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының, келәт мөдире Марат Исхаҡовҡа, ырҙын табағы мөдире Юлай Аҙнабаевҡа, водитель Фаил Һөйөновҡа район хакимиәте башлығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Н.К. Хисмәтуллин районыбыҙҙың иҡтисади торошо менән таныштырҙы. Хужалығыбыҙ етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Р.Ғ. Мостафин үҙ сығышында, урып-йыйыу эштәренә йомғаҡ байҡау яһаны. Быйылғы йыл хужалыҡта 147 мең 88 центнер ашлыҡ йыйып алынған. Техник культуралар яҡшы уңыш бирҙе, орлоҡҡа сәселгән кукуруз 55-56 ц булһа, көнбағыштың ҡайһы бер сорттары гектарынан 28-30 ц тәшкил итте. Хужалыҡ быйыл 40 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алған. Иң күп иген һуғыусыларҙан Ишкинин Шәүкәт, Боҫҡанов Илфак (22 мең ц), Боҫҡанов Инсаф, Аҡһаров Рәсим (16 мең ц) кеүектәрҙе билдәләп үтергә мөмкин. “Искра” ауыл хужалығы кооперативы ун ике ауылды берләштерә, өс меңдән ашыу кеше йәшәй, хужалыҡта 390 кеше эш менән тәьмин ителгән. Бөгөнгө көндә, илебеҙ иҡтисади һынылыш кисергән мәлдә, “Искра” хужалығы ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың социаль яҡлауын һәм именлеген тәьмин итә, тип әйтә алам. Шуға ла эшсәндәребеҙҙең кәйефе күтәренке.