Все новости
Ауыл хужалығы
11 Декабря 2019, 12:20

Бурыс түләнә

Тәүҙә «Забарив Агро», һуңынан «Башҡорт лимузины», аҙаҡ «НДН Агро» исеме менән аталған йәмғиәт үҙен банкрот тип танытып киткәйнеләр.

Тәүҙә «Забарив Агро», һуңынан «Башҡорт лимузины», аҙаҡ «НДН Агро» исеме менән аталған йәмғиәт үҙен банкрот тип танытып киткәйнеләр. Китеүен киттеләр, әммә уларҙың 58 хеҙмәткәргә 3 млн 262 мең һумлыҡ эш хаҡы өсөн бурысы ҡалған. Күптән түгел уларҙың барлыҡ мөлкәтен һатып, 42 кешегә йыйылған проценттары менән 3 млн 392 мең һум аҡса түләнгән. Банк карталарын, исем-шәрифтәрен дөрөҫ күрһәтмәгән тағы ла 16 кешегә 277 мең һум бурысты түләйһе бар. Шул иҫәптән, бер мәрхүм булған хеҙмәткәрҙең 90 мең һумлыҡ бурысы тора. Был мәрхүм булған кешенең туғандары мираҫҡа кергәс кенә, бурысты уларға түләү мөмкинлеге буласаҡ. «Бурыстың төп суммаһын түләп ҡуйҙыҡ. Ҡалған аҡсалар «Россельхозбанк»та хужаларын көтөп ята. Башҡалар ҙа йәһәтерәк кәрәкле документтарын теүәлләһен ине», - ти был хаҡта район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.
Читайте нас: