Все новости
Ауыл хужалығы
13 Декабря 2019, 12:50

Ҡайҙа тыуған, шунда ереккән

Беҙҙең мәктәпкә «Искра» ауыл хужалығы белгестәре осрашыуға килде.

Беҙҙең мәктәпкә «Искра» ауыл хужалығы белгестәре осрашыуға килде. Хужалыҡ рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин, баш зоотехник Әүхәҙи Әхмәҙи улы Хәлитов, баш инженер Рәйес Миңлебай улы Рахманғолов, рәйес урынбаҫары Ришат Рикат улы Аҙнабаев һәм агроном Рәүеф Тимерхан улы Абдуллин 9-11-се класс уҡыусылары алдында сығыш яһанылар, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр. Һәр береһе үҙенең эше, уҡыу йылдары, нисек эшләй башлағаны тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Р.Ғ. Мостафин, барыһы тураһында бик тулы, фәһемле итеп һөйләне. Нисек ул уҡырға ингән, армияла хеҙмәт иткән, унан тағы үҙен һынап ҡараған. Әлеге көндә илдә булған проблемалар, хужалыҡтың ауыр һәм уңышлы яҡтарын да асыҡлап һөйләне, беҙгә, йәштәргә, оло ышанысын белдерҙе. Ул ауылға йәштәр кәрәклеген, халыҡ һанының кәмеүен, кеше төрлө насар ғәҙәткә һалышыуын билдәләне. Ҡунаҡтар үҙҙәренең мәктәп йылдарын, тәүге уҡытыусыларын иҫкә алдылар. Нимәһе иғтибарға лайыҡлы: улар барыһы ла Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫеп, урта мәктәп тамамлағандар. Төрлө уҡыу йорттарында һөнәри белем алып, колхозға эшкә ҡайтҡандар. Үҙ ваҡытында ил алдындағы бурыстарын үтәп, хәрби хеҙмәттә лә булғандар. Ғүмер буйы тыуған ерҙәрендә йәшәп-эшләп, балалар үҫтергәндәр. Улар тураһында, ысынлап та, Ер кешеләре, ошо ерҙең ысын патриоттары, тип әйтергә мөмкин. Ағайҙар беҙҙән дә ауылыбыҙ киләсәге өсөн үҙ көсөбөҙҙө индереүебеҙҙе һоранылар.

Азамат ХӘЙБУЛЛИН,

9-сы класс уҡыусыһы

Яҡшымбәт ауылы

Читайте нас: