Все новости
Ауыл хужалығы
13 Декабря 2019, 13:00

Эт менән эт булайыҡ

11 декабрҙә райондың ауыл хужалығы, ветеринария белгестәре Стәрлетамаҡ районында уҙған хужаһыҙ хайуандар проблемаһы буйынса кәңәшмәлә ҡатнашып ҡайтты

11 декабрҙә райондың ауыл хужалығы, ветеринария белгестәре Стәрлетамаҡ районында уҙған хужаһыҙ хайуандар проблемаһы буйынса кәңәшмәлә ҡатнашып ҡайтты.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин был мәсьәлә буйынса үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Хужаһыҙ йөрөгән эт-бесәйҙәр тураһында яңы закон сығыуы тураһында күп һөйләнек, гәзиттә лә был турала мәғлүмәт булды. Башҡортостан Республикаһында хайуандар менән мөғәмәлә итеү яуаплығы буйынса закон 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инәсәк. Элек әйткәндәрҙе тағы ҡабатлағанда, яңы закон буйынса урамдарҙа хужаһыҙ йөрөгән эт-бесәйҙәрҙең береһенә лә эвтаназия эшләргә ярамай. Шулай уҡ был хайуандарҙы тик ҡараңғы төшкәс кенә, бала-саға күрмәгәндә генә, ипләп кенә ауларға кәрәк буласаҡ. Уларҙы тотҡас та, төрлө сирҙәргә тикшереү үткәреп, стерилләп һәм бестереп, биркалар ҡуйып, кире, ҡайҙан тотҡанһың, шул уҡ урынға алып барып ҡалдырырға бурыслыһың. Әгәр эт-бесәйҙәр агрессив булһа, уларҙы үлгәнсе приюттарҙа тоторға тейештәр. Тик кешеләр өсөн зарарлы сире булған осраҡта ғына, эт-бесәйҙәргә эвтаназия эшләү хоҡуғы бар. Хайуандарға ҡарата гуманистик мөнәсәбәттәрҙең закондары бына шулайыраҡ.
Кәңәшмәлә лә шул турала әңгәмәләштек, нисек эшләһәк дөрөҫ булыуы тураһында күмәкләшеп фекер алыштыҡ. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауын бирҙе. Мин үҙем: «Ауылдарға килеп кергән төлкөләрҙе нимә эшләтергә, ул осраҡта ниндәй оператив ҡарар ҡабул итергә?» - тигән һорау биргәйнем. Ҡыҙғанысҡа, был һорау яуапһыҙ ҡалды. Сөнки әлеге лә баяғы хайуандарға ҡарата гуманлы булыу ҡанундары арҡаһында, уларҙы атырға ла, үлтерергә лә ярамай. Йәнә: «Йылдан йыл эт-бесәй аулаусы подрядчиктарҙың эшен ҡатмарлаштыралар. Бер ниндәй подрядчик та был эшкә тотонорға теләмәй. Был өлкәлә ҡасан тәртип булыр?» - тигән һорауҙы ла бирмәйенсә булдыра алманым.
Ысынлап та, бына беҙҙең районды ғына алғанда, йыл да подрядчиктар алышынып тора. Беренсенән, кем подрядчик булырын да алдан белмәйбеҙ, кем тендер ота, шул була ла ҡуя. Икенсенән, подрядчиктарҙы табып та булмай әле ул, сөнки уларҙы ныҡ тикшерәләр, судҡа йөрөтәләр, штрафтар һалалар. Шуның өсөн дә бер кем был эшкә тотонорға ҡыҙығып бармай. Етмәһә, үҙҙәрен «хайуандарҙы яҡлаусылар» тип йөрөтөүсе кешеләр эттәрҙе аулаусыларҙың һәр аҙымын күҙәтеп, тикшереп кенә тора. Саҡ ҡына яңылышлыҡ китһә, дөрөҫ ауламайҙар, приютта кәрәкле шарттар юҡ, тип һәм башҡа төрлө сәбәптәр табып, шунда уҡ прокуратураға яҙып бирәләр. Һәр этте алып китеү өсөн нисәлер квадрат метр бүленергә тейешле булыуын да күҙ уңынан ысҡындырмай хайуандар яҡлылар һәм подрядчиктарға бер нисек тә эшләргә ирек бирмәйҙәр.
Хужаһыҙ хайуандар менән бәйле эште башҡарыу өсөн былтыр республикаға барлығы 63 млн һум аҡса бүленгән. Әммә күп райондар был аҡсаны үҙләштермәгән. Сөнки әлеге лә баяғы подрядчиктар эшләргә риза булмаған. Беҙҙең районда былтыр подрядчиктар был тәңгәлдә уңышлы эшләне, планды үтәне. Яңы ҡанундар буйынса эттәргә приюттар ҙа кәрәк буласаҡ. 2020 йылда хужаһыҙ эт-бесәйҙәрҙе яңы закондарға таянып аулау өсөн республикаға 260 млн аҡса талап ителә. Бының өсөн муниципалитеттарҙың аҡсаһы юҡ, әлбиттә. Был хеҙмәт өсөн аҡса бүленгәс тә приюттар тураһында уйлай башлаясаҡбыҙ. Киләһе йылда беҙҙә кем подрядчик булыры ла әлегә билдәле түгел. Яңы закондар үҙ көсөнә инмәйенсә, иҫке закон менән тендер үткәреп тә булмай. Шуға тағы бер нисә ай көтөргә ләтура киләсәк.
Халыҡта борон замандан: «Эт менән эт булма», - тиһәләр ҙә, хәҙер яңы закондар буйынса эт менән эт булырға тура киләсәк.
Ғөмүмән әйткәндә, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға бәйле һорауҙар бик күп, яуаптары ғына аҙ. Берәүҙәр урамда йөрөгән балаларҙы яҡлап, ауыл халҡының ҡош-ҡортон, мал-тыуарын ҡайғыртып, берәҙәк хайуандар менән көрәшеп маташа, ә икенселәр, киреһенсә, уларҙы үрсетергә тырыша. Шулай ҙа, был өлкәлә тәртип булдырырбыҙ, тип ышанабыҙ. Европа илдәренән беҙ кәмме ни?.. Эшләйбеҙ. Закон бар икән, беҙ уны үтәргә бурыслыбыҙ, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы был бик сетерекле проблема буйынса.
Читайте нас: