- Фермала эштәр гөрләй. Шөкөр, мал аҙығы етерлек. Бесәне лә, силосы ла кәрәкле күләмдә әҙерләнгән. Шулай уҡ бесән-һаламынан тыш, патока, жом алып киләләр, ҡатнаш аҙыҡ та ваҡытында бирелә. Быҙауҙарҙың ауырлығы тәүлегенә 500 грамға арта бара. Әлеге көндә беҙҙең фермала 366 баш эре мал иҫәпләнә. Уларҙың 180-е һауын һыйыр. Барлығы өс һауынсы эшләй. Уртаса һауым 10 литрға етә. 80-ләп һыйырыбыҙҙы быҙаулағансы һыу алдырҙыҡ. 84 баш профилакторийҙа тора. Һауынсыларыбыҙ ҙа, малсыларыбыҙ ҙа тырышып эшләй. Бигерәк тә, малсылар Хәйҙәр Хәлитов, Наил Ниғмәтуллин, Рим Аҡсуриндар үҙ эшен белеп, ваҡытында башҡара. Һауынсыларыбыҙ — Гөлзифа Юлдашева менән Гөлсәсәк Абдуллина, һөт йыйыусы Гөлнара Сәйфутдинова үҙ эштәренә һәр саҡ яуаплы ҡарай, - ти ул.
Абдул фермаһында ундан артыҡ кеше эшләй. Ҡыш көндәрендә иҫкесә һауалар, шулай ҙа заманса техника юҡ, тип аптырап ултырмайҙар, һөттәре арыу сыға һәүкәштәрҙең. Әл дә «Искра» алды беҙҙе ваҡытында, юҡһа, бөлә инек, тип шатлыҡтарын да йәшермәй абдулдар.