Үткән аҙнала районға БР ветеринарҙар идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин һәм департаменттың агросәнәғәт комплексы буйынса советнигы Рөстәм Лоҡманов эш сәфәре менән килде.
Был көндө улар Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ветеринар хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм күҙгә-күҙ ҡарашып, ябай телдә әңгәмәләште. Әңгәмә барышында район ҡунаҡтары беҙҙең ветеринар хеҙмәткәрҙәренең эшенә яҡшы баһа биргән. «Үҙҙәренең ҡул аҫтында эшләүселәрен аңлап, улар менән дөрөҫ итеп һөйләшә һәм аңлаша белеү ул — үҙе ярты уңыш. Көйөргәҙе ветеринарҙары һынатмаясаҡ, был турала тулы ышаныс менән әйтә алам», - ти был йылы осрашыу хаҡында район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.