Беҙҙең ҡарашҡа яҙғы сәсеүгә тиклем ваҡыт әле бик күп һымаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре тик ятмай, улар ошо көндәрҙә ең һыҙғанып яҙғы сәсеүгә әҙерләнәләр. Был турала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин да хәбәр итә:
- Сәсеүгә әҙерлек гөрләп бара. Күп кенә хужалыҡтар әллә ҡасан әҙерләнеп тә бөттө инде. Бик күптәре техникаларын көҙҙән үк әҙерләп ҡуйҙы. Әлеге көндә хужалыҡтарҙа дефектовка эше бара. Шулай уҡ хужалыҡтар сәсеүгә тиклем кредит, субсидиялар алыуҙы ла хәстәрләп, документтарын тәртипкә килтереү эшен йәйелдереп ебәрҙе. Ваҡытында кредит алыу — хужалыҡ етәкселәренең иң беренсе урында торған проблемаһы. Яңы техника һатып алыу эше лә дауам итә. Мәҫәлән, «Аргус» хужалығы сәсеү өсөн техника алды. Район фермерҙары ла дәррәү генә яҙғы сәсеү эшенә әҙерләнә. Фермер хужалығы булдырырға теләүселәр өсөн грант алыу өсөн дә документтар әҙерләйбеҙ, консультациялар бирәбеҙ. Әммә теләк белдереүселәрҙең күптәре ауырлыҡтарҙан, документ эшенән ҡурҡып ҡала. Бер нәмә лә еңел генә бирелмәй шул, аҡса эшләйем тиһәң бик ныҡ тырышырға тура килә. Фермер хужалыҡтарына мал, техника алыу өсөн кире ҡайтарып бирмәй торған грант бирелә. Быны алыу өсөн тик бөтә шарттарҙы үтәргә генә кәрәк буласаҡ, - ти ул.
«Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге»нең баш инженеры Мотаһар Ибраһимов белдереүенсә, әлеге көндә тракторҙар ремонтлау эше план буйынса бара. 145 берәмек трактор ремонтланған да инде. Һәр ваҡыттағыса «Ватан», «Искра», «Киров» исемендәге хужалыҡтар алдынғылар рәтендә бара һәм бында ремонт эшләү буйынса бик күп эштәр башҡарылған. Был хужалыҡтар графиктан күпкә алға бара. «Ватан» хужалығы яҙғы сәсеү эштәренә тулыһынса әҙер. Шулай уҡ фермерҙар Әнүәр Усманов, Илшат Мәзитовтарҙың хужалығында лә эштәр график буйынса бара. Әлеге ваҡытта 88%-ҡа ауыл хужалығы сәскестәре, 92%-ҡа культиваторҙар ремонтланған. Барлыҡ эре хужалыҡтарҙа ерҙе эшкәртеү өсөн тырмалар ҙа күптән әҙер инде. «Яҙғы сәсеү һә тигәнсе килә лә етә ул. Шуға күрә фермерҙарға әүҙемерәк булырға, техника торошона ҙур иғтибар бүлергә кәрәк буласаҡ. Көҙгө уңыштың муллығы һәм сифаты әлеге көндәге әҙерлектән тороуын да онотмаҫҡа кәрәк», - ти Мотаһар Ғамир улы.