“Россельхозцентр” берекмәһенең Көйөргәҙе районындағы филиалы начальнигы Булат Ғафаров урамға бер ҡат күлдәктән генә сыҡҡан. Шатлығынан шулайтҡандыр, сөнки бөгөн уға ялтырап торған яңы машина бирҙеләр. Кем бирҙе бит әле: “Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан буйынса етәксеһе, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кирәев “тимер аттың” асҡыстарын үҙе тотторҙо. Булат Ишбулды улының эше кабинетта ултыра торған түгел, мең гектарҙан ашыу яландарҙан ҡайтып керә белмәй, ә машинаһы юҡ ине. Ирмен тигән ир кеше өсөн юлда кем осрай, шуға ултырып йөрөү эш түгел тигәндәр ҙә, бына бөгөн машиналы иттеләр. Был күңелле тамашаның шаһиты булғандар илереп ҡыуанышты, әйтерһең, үҙҙәренә машина бирҙеләр. Көйөргәҙе мәғлүмәт-кадрҙар үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов, машина таҙа йөрөһөн тип, Булат уҙаманға щетка менән махсус сепрәк бүләк итте. Эштәр былайға киткәс, Ғәйнетдин Мөхәмәтов та түҙмәне: “Минән һиңә тулы бак бензин!” - тине.
- Республикабыҙ райондарында беҙҙең 40 филиалыбыҙ бар. Көйөргәҙе районындағы филиалды етәкләүсе Булат Ғафаров үҙ эшен намыҫлы башҡарған тәжрибәле аҡһаҡал. Районығыҙҙа тәбиғәт ресурстары насарыраҡ булһа ла, эш һөҙөмтәләре яҡшы. Былтырғы йомғаҡтар буйынса Көйөргәҙе иң алдынғы урында, шуға ла машина бүләк итергә булдыҡ. Һеҙҙең район хакимиәтегеҙгә, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Нәүғәт Хисмәтуллинға, Булат Ғафаровҡа һәм барығыҙға ла алдынғы күрһәткестәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Эштәребеҙ яҡшы бара, киләсәккә пландар ҙа етәрлек. Әле һеҙҙең районда ете микроэлементтарҙан торған гумат һәм малсылыҡ өлкәһендә ҡулланыла торған “Байкал” биологик ашламалар етештерергә планлаштырабыҙ, - тине Рөстәм Солтангәрәй улы.
- Мин әлбиттә шатмын, әммә был минең бер үҙемдең генә хеҙмәтем түгел. Район хакимиәтенә, ауыл хужалығы бүлегенә, барлыҡ хужалыҡтарға ла рәхмәтлемен. Артабан да бергә-бергә тырышып эшләргә яҙһын, - тине Булат Ишбулды ул.
Булат Ғафаровҡа хәйерле юлдар теләйбеҙ. Һеҙҙең һәм машина ярҙамы менән яландағы игендәр тағы ла матурыраҡ булып үҫһен, Булат Ишбулды улы!