Все новости
Ауыл хужалығы
7 Февраля 2020, 12:21

Ни өсөн теркәргә кәрәк?

Һуңғы 2-3 йылда шәхси хужалыҡ тотҡан кешеләрҙең сабынлыҡ ерҙәре һорап ғариза менән мөрәжәғәт итеү осраҡтары ныҡ күбәйҙе.

Һуңғы 2-3 йылда шәхси хужалыҡ тотҡан кешеләрҙең сабынлыҡ ерҙәре һорап ғариза менән мөрәжәғәт итеү осраҡтары ныҡ күбәйҙе. Был район һәм ауыл советы хакимиәттәренең һөҙөмтәле эш башҡарыуынан, ер участкаларын рәсмиләштереү буйынса мәғлүмәтте яҡшы таратыуҙан киләлер, тип ышанғы килә. Барлыҡ бесәнлектәр — ер бит инде ул. Уны беҙ законлы рәүештә һәм эффектлы ҡулланырға тейешбеҙ.
Әммә, дөйөм ҡабул ителгән нормаларҙы инҡар итеү сәбәпле, бик күптәр үҙҙәренең сабынлыҡ ерҙәрен рәсмиләштереү, теркәү эштәрен аҙағына тиклем алып барып еткермәй. Шунлыҡтан төрлө конфликттар, ҡаршылыҡтар килеп сығып ҡына тора. Шуның өсөн бөгөн беҙ һеҙгә үҙегеҙҙең ер участкаларын законлы рәүештә ҡулланыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында аңлатып үтмәксебеҙ.
Иң тәүҙә һеҙгә ауыл советы хакимиәте башлығы менән һөйләшеп, комиссия ҡараһын өсөн ер участкаһы бүлеп биреүҙәрен һорап ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Ғариза яҙыу өсөн бланктарҙы алыу, үҙегеҙ теләгән ер участкаһының яҡынса урынын билдәләү өсөн ауыл советы хакимиәтенә, район хакимиәтенә, ауыл хужалығы бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Хакимиәт ғаризаны ҡабул иткәс, һеҙ һораған урындың бушмы икәнен, ниндәй маҡсат өсөн бүленеүен тикшерә һәм шунан һуң яҙма рәүештә үҙенең һығымтаһын бирә. Шунан һуң ғына был ер участкаһын кадастр иҫәбенә ҡуйырға (әгәр иҫәптә тормаһа инде), йәғни межаларға кәрәк буласаҡ.
Межалау — ул ер участкаларының сиктәрен билдәләү, урынын беркетеү, ерҙең майҙанын билдәләп базаға кертеү. Икенсе төрлө әйткәндә, межалағанға тиклем ул ер участкаһының сиктәре лә, адресы һәм һаны ла булмай. Ул ерҙе һеҙ арендаға ла бирә алмайһығыҙ.
Межалау эше менән сертифкациялы кадастр инженерҙары шөғөлләнә. Беҙҙең районда улар етәрлек. Был хеҙмәт түләүле, әммә бик кәрәкле. Бындай хеҙмәттең хаҡын, төрлө ташламалар һәм башҡа мәғлүмәтте һеҙ үҙегеҙ һайлаған инженерҙан белешә алаһығыҙ.
Межалау эштәре тамамланғас һәм ҡулығыҙға участканың межалау планы менән кадастр паспортын алғас та уҡ, уларҙы Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитетына (Көйөргәҙе районы, Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 6, рәйесе — Сычева М. Ғ.) ҡарар сығарырға һәм ер участкаһының аренда килешеүе (физик шәхескә йәки аукционға ҡуйыр өсөн) төҙөргә әҙерләү өсөн алып барырға кәрәк. Был хеҙмәт бушлай эшләнә.
Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитетынан ер участкаһы бирелде тигән ҡарарҙы һәм аренда килешеүен ҡулығыҙға алғас та, бөтә документтарҙы теркәү өсөн Росреестрға (Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 5), йәки Көйөргәҙе районы буйынса МФЦ-ға (Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты) тапшырырға тейешһегеҙ. Был хеҙмәт өсөн дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәк.
Ер участкаһын ни өсөн теркәргә кәрәк һуң? Әгәр мәғлүмәттәр базаһында һәм Росреестр картаһында ер участкаһы һаман буш тора тип күрһәтелгән икән, ул ерҙе һорап килгән кешегә район хакимиәте баш тарта алмай. Һөҙөмтәлә, бик оҙаҡ йылдар буйы сабынлыҡ ерен рәсмиләштереп тормайынса ғына ҡулланып йөрөгән кешенең был ер участкаһы икенсе кешенең ҡулына күсеүе бар. Бындай осраҡтар булды ла инде. Бынан тыш, теркәлмәгән ер участкаларын ҡулланған өсөн административ штраф та ҡаралған.
Бесәнлек, көтөүлек йәки башҡа участкаларҙы ҡулланыу хоҡуғы алыу өсөн ер участкаһын арендалау килешеүе, милек хоҡуғы таныҡлығы документтары булыуы мотлаҡ. Юғарыла әйтеп киткән пункттарҙың береһен генә үтәмәгән осраҡта, ерҙе һеҙ тулыһынса рәсмиләштереп, теркәп бөтмәгәнһегеҙ тигәнде аңлата.
Райондың ауыл
хужалығы бүлеге
Читайте нас: