Ҡунаҡбай ауылы ла бер нисә көнгә һыуһыҙ ҡала яҙа. Уларҙың да насостары шәмбе көнө эшлектән сыға. «Техника, эшләргә кешеләрен һәм шулай уҡ насос тапҡансы 2-3 көн ваҡыт үтеп китә, ғәҙәттә. Әммә был ваҡыт эсендә һыуыҡ көндәрҙә һыу туңып ҡуйыуы бар. Шуға ла йәһәтләп эшләргә тырыштыҡ. Ярай әле запаста насосыбыҙ бар ине. Урындағы фермер Рафаэль Йәнбирҙин шунда уҡ техникаһын табып, юлды ла ярып ҡуйҙы. Ҡунаҡбай ауылы старостаһы Рәүеф Вәлитов йәһәт кенә кешеләр йыйып, эште ойоштороп ебәрҙе. Шулай итеп йәкшәмбе көнө үк киске туғыҙға хәтлем насосты эшләп тә ҡуйҙыҡ. Ошондай ихлас, ярҙамсыл, яуаплы кешеләр менән эшләүе миңә бигерәк оҡшай. Уларҙың барыһына ла оло рәхмәт белдерәм. Бушҡа ғына: «Берҙәмлектә көс», - тимәйҙәр бит. Шул тиклем эш менән мәшғүл булғанбыҙ барыбыҙ ҙа, хатта, фотоға төшөргә лә онотҡанбыҙ», - тип хәбәр итте беҙгә Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марина Владимировна Букреева.