Все новости
Ауыл хужалығы
28 Февраля 2020, 13:00

Үлгән тип ташлаған булғандар

«Яҙ туҡһанһыҙ турғай сырламай, йәтим кеше туймай-йырламай. Атай үлгәндә бер туйғайным, инәй үлгәндә бер туйҙым, тигәндәй, әйҙә, туйып ҡалығыҙ»,- ти ине. Шул әйтемдәре күңелгә онотолмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалған.

Беҙ ас булдыҡ, тип әйтә алмайым, сөнки һыйырыбыҙ булды. Майын, тирмәнгә алып барып, онға алыштырҙыҡ. Хәтеремдә, әнәйем май бешеп бирҙе лә, түбәнге тирмәнгә онға алмаштырырға беҙҙе ебәрҙе, үҙе эшкә китте. Ул ваҡыт колхоз эшенән бер көн дә ҡалыу юҡ ине. Муҡшы тирмәненә майҙы алып барып, тирмәнсенең ҡатынына бирҙек. Үҙебеҙ русса бер һүҙ ҙә белмәйбеҙ. Ҡасан он биререн көтөп, уйнап тик йөрөйбөҙ. Тирмән кауыҙында уйнауы шундай рәхәт ине... Зилә Түләгәнованың хәтирәләренең дауамын гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: