Фәрғәт АҘНАБАЕВ:- Хаҡы өс миллион һумға яҡын торған машина менән яҡшыраҡ танышып эшләп йөрөйөм. Хужалыҡта етештерелгән һөттө коллегам Мөхәррәм Йосопов менән тейешле урынға алып барабыҙ. Һөт сифатын юғалтмай. Етәксебеҙ Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға рәхмәтлебеҙ, сөнки эшләү өсөн яңы машина ла, шарттар ҙа бар.