Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, таш ҡабаҡ ултыртырға кәрәк. Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлгә баклажан, борос һәм помидор ултыртырға. Башлы һуған фасоль, борсаҡ, торманан һуң һәйбәт үҫә. Ә бына башлы һуған артынан кишер утыртҡанда, уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була. Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итәсәк. Редисты һарымаҡ, кишер, сөгөлдөр рәттәре араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы булмаҡсы. Еләк түтәлдәре тирәләй йәшел һуған, борсаҡ ултыртырға кәңәш ителә.