Һаумыһығыҙ, «Юшатыр» гәзите! 8 апрель көнө, беренселәрҙән булып «Искра» хужалығының 4-се бригадаһы — Түбәнге Баба ауылы эшсәндәре, баҫыуға дым ҡапларға, ужым баҫыуҙарына ашлама кертергә төштөләр, - тип яҙа беҙгә һәм фотолары менән бүлешә Линар Хоҙайбирҙин.
Фотола: «Искра» хужалығы хеҙмәтсәндәре — Илдус Мөхәмәтйәров, Хәйрулла Вәлиев һәм Фәнит Вәлиев.