Әлеге көндә «Искра» хужалығы 35%, «Киров» исемендәге хужалыҡ 45%, «А-7 Агро-БР» 33%, Түкән хужалығы 56%, «Ватан» хужалығы 62%, «Аргус» 44% майҙандарында сәсеү эштәре башҡарған. Фермерҙар Әнүәр Усманов һәм Аклбек Альмашев 70%, Илшат Мәзитов менән Радик Хәзғәлиев 72% майҙанда сәскән. Элекке йылдарҙа Зәк-Ишмәт һәм Михайловка ауылдарының баҫыу ерҙәре һуңыраҡ өлгөрөү сәбәпле, сәсеүгә улар 2 аҙнаға һуңыраҡ төшә ине, быйыл иһә, киреһенсә, уларҙың ерҙәре тиҙерәк өлгөрҙө, - тип аңлатты райондың сәсеү барышы хәлдәрен баш агроном Айҙар Туйгилдин.