Все новости
Ауыл хужалығы
22 Мая 2020, 13:23

Баҫыу эштәре көндәлеге

Үткән йылдар ауазы#сельскоеХозяйство #аграрий

Район статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса районда 19 майға 89980 гектарҙа ярауай культуралар сәселгән, был иһә пландың 89 проценте. Кукуруз сәсеү ҡыҙыу бара. Ул 4906 гектарҙа сәселгән — 48 процент. «Путь к коммунизму», «Золотой колос» колхоздары кукуруз сәсеү планын 65 һәм 62 проценткә үтәнеләр. Калинин исемендәге колхоз механизаторҙары сәселәсәк 630 гектарҙың 600 гектарына был культураны сәстеләр.
Ярма культураһы — тары сәсеү дауам итә. Әммә «Радио», Калинин исемендәге, «Путь к коммунизму» колхоздары был эшкә тотонманылар ҙа әле. Картуф ултыртыу 57 проценткә үтәлде, план 776 гектар булғанда, 505 гектарҙа тамыраҙыҡтар сәселде. 904 гектар ер һуғарылды.
Районда 15 майҙан 15 июнгә тиклем баҫыуға тиреҫ сығарыу айлығы иғлан ителде. Был осорҙа 200 мең тонна органик ашлама сығарыу бурысы тора, был иһә йыллыҡ планды 1 июлгә үтәү мөмкинлеге бирәсәк. Әммә күп хужалыҡтар бөтә мөмкинлектәре була тороп, был эшкә тотонманылар ҙа әле. «Сельхозхимия» район берекмәһе көсө менән ашлама сығарыу эше яҡшы ойошторолған. Район хужалыҡтарында был предприятиенән 2 мехотряд эшләй, улар көн һайын баҫыуҙарға 1000 тонна органик ашлама сығара. Баҫыуҙарға тиреҫ сығарыу буйынса еткерелгән айлыҡ заданиены уңышлы үтәү өсөн хужалыҡтар етәкселәренең был эште кисектергеһеҙ ойошторорға һәм уның юғары темпта алып барылыуын тәьмин итергә кәрәк.
«Ильич юлы», №61,
20 май, 1980 йыл
Читайте нас: