Көйөргәҙе районы баҫыуҙарында сәсеү эштәре тамамланыуға табан бара. Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдиндың 20 майға ҡарата биргән мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта яҙғы сәсеү эштәре 83%-ҡа үтәлгән. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә барлыҡ эштәрҙе тамамлап ҡуйыр өсөн тағы бер ынтылырға ғына ҡалды.
«Бөгөнгө көндә планлаштырған 71000 гектар майҙандың 59027 гектары сәселеп тә бөттө. Был майҙандың 37694 гектарын ярауай бөртөклөләр биләй. Көнбағыш 21108 гектарҙа сәселде. «Искра» хужалығында силосҡа һәм бойҙайға кукуруз сәсеү тамамланыуға табан бара. 500 гектарҙың 421 гектары сәселгән дә инде. Районда ғына түгел, республикала иң тәүгеләрҙән булып ярауай культуралар сәсеүгә төшкән «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе һәм шулай уҡ ҡайһы бер фермер хужалыҡтары сәсеү эштәрен тамамлап, бүтән төрлө эштәргә тотонорға ла өлгөрҙө. Башҡа күп хужалыҡтар ҙа бына-бына сәсеүҙе тамамларға тора. 20 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, фермерҙар Ә. Усманов 99%, Р. Хәзғәлиев 96%, А. Альмашев 92%, Ә. Туҡаева 85%, «Түкән» хужалығы 88% майҙанда эште тамамланы. Һуңғы көндәр ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, район аграрийҙарҙы сәсеү эштәре темпын кәметмәй һәм барлыҡ эштәрҙе оптималь срокта тамамларға планлаштыра», - тип белдерә Айҙар Юнир улы.