Дамир БАЙГИЛДИН, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе:
- Халыҡ бесәнде июль аҙағынан башлап эшләргә өйрәнгән, ә был ваҡыт мал аҙығы әҙерләү өсөн һуң була. Быйыл ошо факторҙы иҫәпкә алып, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бесәнгә иртәрәк төштөк. Әлегә ауырлыҡтар осрағаны юҡ, техника етә. Булған техниканы ҡыҙыу эштәр башланғансы ремонтлап бөттөк. 18 июнгә ҡарата Яңы Морапталдағы 1-се бригада 30 процент бесән әҙерләһә, Иҫке Морапталдағы 2-се бригада 50 процент әҙерләгән. Яҡут бригадаһында күрһәткестәр 20 процент, Ҡалтала 25 процентҡа еткергәндәр. Яҡын көндәрҙә Юшатыр ауылында ла бесән сабыуға төшәсәкбеҙ.