Все новости
Ауыл хужалығы
26 Июня 2020, 20:10

«Ямғыр юҡ, үлән ҡалманы...»

«Быйылғы йылдың ҡоро килеүе, ямғырҙар яумауы район хужалыҡтарында һөт продукцияһы етештереүҙең кәмеүенә лә булышлыҡ итмәй ҡалманы.#сельскоехозяйство#куюргазинскийРайон#ауылхужалығы

Район буйынса күрһәткестәр буйынса быйыл беҙ былтырғы кимәлдән 11 центнерға минуста киләбеҙ. Бөгөнгө көндә район хужалыҡтарында көнөнә һәр һыйырҙан 19 кг һөт һауып алына. Шуны ла әйтергә кәрәк, районда барлығы 3 кенә хужалыҡ — Киров исемендәге, «Искра» һәм «Түкән» хужалыҡтары һөт етештереү менән шөғөлләнә. Тағы ла Зәк-Ишмәттән Әнүәр Усмановтың КФХ-һы бик уңышлы эшләп килә. Уның хужалығындағы 2 ферма һөт етештереү буйынса районда 3-сө урында килә», - тип белдерә райондың һөт һауыу буйынса хәле тураһында Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов.
Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: