Термометрҙар +30,+35 билдәһен уҙғас, эҫенән ҡасҡан халыҡ һыу буйҙарына ашыҡты. Ябай кеше ҡыҙыу көндә һалҡынса һыу менән рәхәтләнергә ашҡынып торһа, водолаздар, киреһенсә, һауа торошон ҡурҡыу хисе менән күҙәтә. Сөнки көндән-көн батып үлеүселәр һаны күбәйә генә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, республика буйынса һыу объекттарында ял итеүселәр, былтырғы һандар менән сағыштырғанда, өс тапҡырға күберәк булыуы теркәлгән. Шуға күрә батыусылар һаны ла арта, үткән аҙна ла ғына 40 кеше һыу ҡорбаны була. «Ҡыҙғанысҡа күрә, батып үлгәндәрҙең бәлиғ булмаған балалары ҡалыуы билдәле. Махсус булмаған урында һыу инеү; 35 кешенән 27-һе спиртлы эсемлектәре эсеп һыуға төшкән; өлкәндәр балаларҙы күҙәтеүһеҙ ҡалдырған – был әлеге һыу өҫтөндәге трагедияларҙың сәбәптәре», - тип билдәләй ведомство етәксеһе.