Все новости
Ауыл хужалығы
19 Июля 2020, 13:20

Көндө төнгә ялғап

Хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин ҡарарына ярашлы, көҙҙән 4500 гектар майҙанда ужым игене сәселгәйне. Әлеге ваҡытта ужым бойҙайын урыу бара. Әлбиттә, быйылғы йылдың һауа торошона ҡарап, булғанына ҡәнәғәт булырға тура килә

Аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланырға тырышҡан игенселәр өсөн иң ҡыҙыу осор башланды. Ғөмүмән, ер кешеһенә уңыш еңел бирелмәй. Быйыл да беҙҙең Көйөргәҙе районында ла һауа торошоноң ҡоро, көндәрҙең эҫе тороуы ураҡ эштәрен тиҙләтте.
Хужалыҡ тулыһынса техника менән тәьмин ителгән. Быйыл алты берәмек яңы иген комбайны алынды. Игенселәр иртәнән кискә тиклем баҫыуҙа тир түгә. Бигерәк тә Шәүкәт Ишкинин, Рузил Саттаров, Илфаҡ, Инсаф Боҫҡановтар, Рәсил Аҡһаров, Алик Собханғолов, Әхмәҙулла Бикмаев, Ҡорбанғәли Унбаев, Рәмил Искәндәров һәм Ишбулды Боҫҡановтар әүҙемлек күрһәтәләр.
Рәүеф Абдуллин
Читайте нас: