Все новости
Ауыл хужалығы
22 Сентября 2020, 14:00

«Әбейҙәр сыуағы»н көтәбеҙ

Ялан-ҡырҙа эштәре туҡталып ҡалған ауыл хужалығы эшсәндәре ошо аҙнала “әбейҙәр сыуағы”н көтә. Һәм был йылы көндәр бик тә кәрәк булыуы тураһында районыбыҙҙың ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе, баш агроном Айҙар Туйгилдин һөйләне.

- Һауа торошона бәйле, ямғырҙар башланыу сәбәпле уңыш йыйыу бер аҙнаға туҡталып торҙо. Әлегә, яҡынса ике мең гектарға яҡын иген культуралары баҫыуҙарҙа тороп ҡалды, бер аҙ арпа, бойҙай, шул иҫәптән орлоҡҡа тигән кукуруза – 880 гектар, ҡарабойҙай – 600 га ерҙән йыйып алырға кәрәк. Туҡаева, Мәзитов крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында көнбағыш алыу бара, ҡеүәте гектарынан 13 центнер сыға.
Тулы материал 76-сы һанда.
Читайте нас: