«Россельхозцентр» берекмәһенең Көйөргәҙе районындағы филиалы начальнигы Булат Ғафаров:
- Ашлама индереү «Искра» ауыл хужалығында - 6 863 гектар, «А7 Агро» – 1 070, ООО «Аргус» - 381 һәм НПО «Мәләүез» - 1705 гектар биләмәһендәге ергә минераль ашлама индергән. Бөтәһе 10 019 гектар баҫыу байытылған килеп сыға, был районыбыҙҙа ҡулланылған яландарҙың 46 процент күләмен тәшкил итә. Әйтелгән ауыл хужалығы етештереү предприятиелары 616 тонна минераль ашламалар һатып алған. Әлбиттә, бындай ашлама индереү финанс яҡтан сығымдар талап итә, шуға күрә уны шәхси һәм вағырҡ булған хужалыҡтар ойоштора алмай.