Все новости
Ауыл хужалығы
16 Октября 2020, 11:39

Әүҙемләшергә кәрәк

Аграрийҙар көҙҙөң йылы көндәрен файҙаланып, сәселгән уңышты йыйыуҙы дауам итә. Быйыл район буйынса көнбағыш 23 890 гектар ерҙә сәселгән.

Аграрийҙар көҙҙөң йылы көндәрен файҙаланып, сәселгән уңышты йыйыуҙы дауам итә. Быйыл район буйынса көнбағыш 23 890 гектар ерҙә сәселгән.
Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдиндың хәбәре буйынса, 10 октябрҙә «Искра» ауыл хужалығы көнбағышты урып-һуғыуҙы бөтә һәм кукуруз культураһын йыйыуға төшә. Ошо көндәрҙә Түкән СПК-һы, Ә.Х. Усманов ауыл хужалығы көнбағыш йыйыу эштәрен тамамлап ҡуйған. Бөгөнгө көнгә көнбағыштың 85 проценты урып йыйылған. Көнбағыштың ҡеүәте 9,8 центнер гектарынан. Былтырғы менән сағыштырғанда (14,9 центнер/га), был күрһәткестәрҙең төшөүе беҙҙең районда ғына түгел, бөтә Рәсәй төбәктәрендә лә билдәләнә. Баҫыу эштәрендә артта ҡалышыусылар: ЯСЙ «А7 Агро», «НПО Мәләүез», «Киров» хужалыҡтары, И.Р. Мәзитов крәҫтиән-фермеры иҫәпләнә. Уларҙың биләмә баҫыуҙарында техника тауышы әле лә тынмаған.
- Киләһе ял көндәренән башлап һауа торошо боҙолоуын, ямғырҙар башланыуын һәм температура күрһәткестәренең киҫкен түбәнәйеүен көтәбеҙ. Шуға күрә ялан-ҡырҙа урып-һуғыу эштәре ҡалған хужалыҡтарҙың баҫыу эштәрендә әүҙемләшеүен күҙаллайбыҙ, - ти Айҙар Юнир улы.
Читайте нас: