Все новости
Ауыл хужалығы
24 Октября 2020, 19:00

Туң майға ҡалыр көн

Майға хаҡ артыуы тураһында яңылыҡ башҡаларына ҡарағанда, хәүеф тыуҙырҙы.#Юшатыргәзите #ГазетаЮшатыр #международнаяКооперация_экспорт #сельское_хозяйство

Майға хаҡ артыуы тураһында яңылыҡ башҡаларына ҡарағанда, хәүеф тыуҙырҙы. Һәр нәмәнең артыуына өйрәнелгән (фәлән тауарға хаҡ төштө тигән аҙаҡҡы яңылыҡ совет заманында ғына булғандыр), тик көнбағыш майһыҙ – донъя һанһыҙ. Нимә бешерәм тиһәң дә ул кәрәк. Хәҙер башҡа һуңлаған уй килә: көндәр матур торғанда, боронғоса, яланға барып, ҡаса-боҫа булһа ла, көнбағыш һуғырға булған икән. Хәҙер ҡыш буйы туң май ашарбыҙмы? Улай тиһәң, пальма, соя майҙарына хаҡ төшкән.
Көнбағышҡа бәйле хәлдәрҙе беҙгә район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә бәйән иттеләр:
- Уңыш хөрт быйыл. Былтыр гектарынан уртаса 14 центнер алһаҡ, быйыл 10 ғына. Мәләүез фәнни берекмәһе генә 18 центнер бирҙе. Йәй көнө ике ай буйы ямғыр яуманы, был көнбағыш өсөн ныҡ алама тәьҫир итте. Шуға майға хаҡ та артты. Былтыр тоннаһы 15 мең һум ине, әле – 27, 5 мең һум.
Тулы материал 85-се һанда.
#Юшатыргәзите #ГазетаЮшатыр #международнаяКооперация_экспорт #сельское_хозяйство
Читайте нас: