Все новости
Ауыл хужалығы
24 Октября 2020, 15:00

Йылы ҡуралар әҙер

Яҡшы кеше урамға этен дә сығармаҫ тигән көндәр оҙаҡ та көттөрмәҫ. Районыбыҙҙың ҡайһы бер ауыл хужалыҡтары ферма малдарын йылы ҡураларға индереүен башлаған да.#сельское_хозяйство #Юшатыр #ГазетаЮшатыр

Ауыл хужалығындағы яңылыҡтар менән Көйөргәҙе районының мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Рәүеф Намаҙғолов бүлеште:
- Ауыл хужалығының фермерсылыҡ йүнәлешенә килгәндә, «Киров» Түкән СПК-лары, Мәзитов һәм Усманов шәхси фермерҙар малдары йылы ҡураларға индерелгән дә инде. Яйлап стабилләшеү процестары Илкәнәй, Зәк-Ишмәт хужалыҡтарының фермалары мал ҡышлатыуға әҙер. Күп фермаларҙың йәйге һауын лагерҙарында ныҡлап һыуыҡ төшкәнгә тиклем һыйыр малы тотоу өсөн шарттары бар. Шуға күрә көндәр бер аҙ һыуытыу менән дә улар йәйләүҙә йөрөгән урындан китергә ашыҡмай, шулай ҙа яландағы ҡалдыҡ үләндән хәҙер файҙа юҡ. «Искра» хужалығы ошо осор һәүкәштәрен ҡышҡы сезонға күсереү эше менән булышасаҡ. Әлбиттә, былар бөтәһе лә: аҙыҡ рационы алмашыныу (бесән, һалам, силосҡа күсеү), сынйырға тағылып ҡуйылыуы, режимдар үҙгәреүе мал өсөн ныҡ стресс. Шулай ҙа, әлеге ваҡытта ҡышҡы рационға күскән һауын һыйырҙан алынған һөт күрһәткестәренең тәүлегенә 700 граммға күтәрелеүе, малдарҙың ауырлығы артыуы күҙәтелә.
Тулы материал 85-се һанда сыҡты.
#сельское_хозяйство #Юшатыр #ГазетаЮшатыр
Читайте нас: