Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Декабрь 2020, 12:58

Эш кешеһе матур була

Клавдия Владиславовна, пенсияға сыҡһа ла һаман сафта, һаман йәш. К. Сычева Башҡортостан Ауыл хужалығы хеҙмәтҡәрҙәре профсоюзының бүләген алған.#ауылХужалығы #сельскоеХозяйство #подарок #газетаЮшатыр

- Аграр секторҙа нисә йыл эшләйһегеҙ?
- Ғүмерем буйы ауыл эшендә. Күмертау тау техникумын бөткәне бирле, Көйөргәҙе ерендә. Сельхозтехникала, РТП-ла эшләнем, «Нива» ойошмаһында бухгалтер булдым. Әле бына ошонда, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идараһында. Етмәһә, профсоюз эшен дә йөкмәтеп ҡуйҙылар.
- Профсоюз тигәндән, был ойошма эшселәрҙе яҡлаймы?
- Үҙегеҙ беләһегеҙ, совет заманында ла, әле лә уның әллә ни хәл итерлек көсө юҡ. Бына бөгөн, мәҫәлән, Фәлән ойошмаға барып Төгән эшсеңде ниңә ҡыйырһытаһың тип әйтеп ҡара, кем тыңлар? Советтар Союзында ла ошо кеше өсөн тауыш бир, ул депутат булырға тейеш, тиҙәр ине. Колхозсы тауыш бирә – бесәнһеҙ-һаламһыҙ тороп ҡалғыһы килмәй. Әле лә шул инде, нимәһен йәшерергә? Кисә тыңлағанһығыҙҙыр, Путин аҙыҡҡа хаҡ арта, шәкәр күп, көнбағыш майы ла күп, ниңә арта тип һорау ҡуйҙы. Дефицит юҡ бит. Советтарҙа ла дефицит булманы, тик барыһына ла етмәне генә. Әле бөтәһенә лә етә, хаҡтары ҡыйбат.
Сычева Клавдия Владиславовна менән әңгәмә тулыһынса 99-сы һанда баҫылып сыҡты.
#ауылХужалығы #сельскоеХозяйство #подарок #газетаЮшатыр
Читайте нас: