Райондың аграр секторҙағы ҡаҙаныштары күп, шуларҙың береһен был аҙнала ла әйтеп, ҡотлап киттеләр – «Көйөргәҙеһөт» ойошмаһы, йыл йомғаҡтары буйынса, “Иң шәп һалым түләүсе” номинацияһында бүләкләнгән. Ойошма директорының урынбаҫары Андрей Дьяченко Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров ҡулынан Диплом алған.