- Малды яһалма ҡасырыу, был турала һеҙгә беренсегә әйтмәйбеҙ, - мал аҫраған хужалыҡтар өсөн бик мөһим эш. Хәҙер элекке һымаҡ үгеҙгә ышанып ултырыр мәлдәр үтте, яһалма ҡасҡан һыйырҙың тоҡомо көслө, уңдырышлы була. Кәүҙәһе кәзәнекенән саҡ ҡына ҙурыраҡ үгеҙҙән файҙа юҡ. Беҙҙең районда ваҡ фермерҙар ғына яһалма ҡасырмай, ҡалғандары заманса ҡараш менән эшләй. Ниңә йыл да уҡыуҙар була – эшкә яңы тотонған йәш осеменаторҙар килде, уларға белемдәрен камиллаштырырға кәрәк, яһалма ҡасырыуҙа ла үҙгәрештәр булып тора, ниндәйҙер яңылыҡ инә, был турала ла белмәй ҡалмаҫҡа кәрәк. Орлоҡто (мәнейҙе) сит илдән генә алалар ти? Юҡ, Рәсәйҙә үгеҙ орлоғон етештереүселәр күп ул хәҙер. Бына әле беҙҙе уҡытырға килгән Башплемпредприятие ла етештерә. Улар бер үгеҙҙе сит илдән әллә нисәмә миллион һумға һатып ала (бер нисә йыл элек тоҡом үгеҙенең хаҡы 1,5 миллион һум ине), һәм был үгеҙҙең мәнейен хужалыҡтарға һаталар. Ҡыҫҡа итеп әйткәндә, был уҡыуҙар беҙҙең ауыл хужалығы өсөн бик мөһим, малды ҡасырған белгестәр – ауылда иң кәрәкле һөнәр эйәләре, уларҙың алдынғы ҡарашлы һәм оҫталыҡтарынан күп нәмә тора.