- Ауыл хужалыҡтарында малдар һаны кәмей, халыҡ малын кәметә, фермер хужалыҡтары малдар һанын тотоп тора, уларҙың да ҡайһы берәүҙәре күңелде ҡыра. Бөтәһе бергә әлеге көндә яҡынса 25 мең ярым мал башы һанала. Был иҫәпкә район буйынса барлыҡ малдар ҙа инә. Эре ауыл хужалығы кооперативтар (8300), КФХ (3900), йорт ҡурала аҫыралған мал (13330). Миҫал өсөн колхоз, совхоздарҙағы малдар һаны :
1980 йылда – 31118 баш;
1990 йылда - 31312 баш;
2000 йылда – 18647 баш;
2020 йылда - 8 300 баш.