Районда уңыш йыйып алыу тамамланыуға табан бара. Әлеге көндә 1 мең 120 гектарҙа көнбағыш йыйып алырға ғына ҡалды. 25 октябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, көнбағыш сәселгән 17474 гектар майҙансыҡтан барлығы 176520 центнер тулайым уңыш йыйып алынған, йәғни көнбағыштан уңыш йыйып алыу 93,6%-ҡа үтәлгән. Райондың ауыл хужалығы белгестәре билдәләүенсә, күбеһенсә көнбағыштың кондитер сорттары ғына йыйылмай ҡалған. Көнбағыштың уртаса уңдырышлығы гектарынан 10,8 центнер тәшкил итә.
Быйыл бер хужалыҡта ғына, йәғни «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһендә генә 1155 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелде һәм уның барыһы ла йыйып алынған да инде. Татлы тамырҙың уртаса уңышы гектарынан 222 центнер тәшкил итте.