Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ғинуар 2021, 12:31
1

Әл дә Австралияға барғанбыҙ

Ай ярымлыҡ ҡына быҙауҙар, тәү күргәс, ярты йәш барҙыр быларға тип ҡарап торҙоҡ – кәүҙәгә ныҡ ҙурҙар, ай үҫәһен көн үҫкәндәр.#ауылХужалығы #сельскоеХозяйство #мясо #новостиЮшатыр

Әле һәммәһе 1800 баш малыбыҙ бар, торараҡ 3000 – гә еткерһәк, эштәр тағы ла һәйбәтерәккә китер ине, - беҙҙе фермалар буйлап Союздың урындағы управляющийы Михаил Юртаев оҙата йөрөнө, яныбыҙҙа Керәүле ауыл биләмәһе башлығы Игорь Ворошилов һәм район Советы депутаты Илшат Әмәкәсов та бар, юғарынан килеп төшкән абруйлы бер делегация һымаҡ йөрөп ятабыҙ. - 37 кеше эшләй беҙҙә, бөтәһе лә урындағы халыҡ, эш хаҡы 17-20 мең һум самаһы. Йәй көнө тағы ла күберәк.
Тулы материалды 5-се һанда уҡығыҙ.
#ауылХужалығы #сельскоеХозяйство #мясо #новостиЮшатыр
Читайте нас