Ауыл хужалығы
20 Марта 2021, 06:11

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

“Искра” ауыл хужалығы кооперативында минераль ашлама ҡайтарыу башланды, хужалыҡ быйыл йөҙ мең тонна ашлама һатып аласаҡ. "Искра"лар яҙғы сəсеү эштəрен йылдағыса тулыһынса үҙ көстəре менəн атҡарып сығырға əҙерлəнəлəр. Район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштəрен уңышлы һəм ваҡытында башҡарыу өсөн бар мөмкинлектəрҙе файҙаланалар.Фотола: Радик Бикмаев, Альберт Искəндəров, Рəсил Кинйəбаев ашлама бушатыу барышында.

Ре с п у бл и к а б ы ҙ ҙ ы ңагросəнəғəт комплексын дəртлəндереүгə, ауылдарҙың социаль инфраструктрураһын үҫтереүгə йыл һайын бюджеттан яҡынса алты миллиард һум аҡса йүнəлтелə. Был финанс ярҙам ауыл хужалығының һөт етештереү, тоҡомло малсылыҡ, минераль ашламалар, тупраҡты туҡландырыу тармаҡтарына һиҙелерлек этəргес була. Районыбыҙҙың аграрийҙары ла йыл һайын дəүлəт ярҙамынан файҙалана. Был мөһим эште хужалыҡ етəкселəре менəн берлектə мəғлүмəт-консультация үҙəге шөғөллəнə. Ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сəсеү эштəренең етди əҙерлек һыҙығына баҫтылар. Бөгөнгө көндə орлоҡ, минераль ашламаларҙы тулыландырыу, техника, сəсеү агрегаттарын, сəскестəрҙе барлау, кəрəкле запас частар алыу, ремонт эштəре тулы ҡеүəтендə бара. “Искра” ауыл хужалығы кооперативында минераль ашлама ҡайтарыу башланды, хужалыҡ быйыл йөҙ мең тонна ашлама һатып аласаҡ. "Искра"лар яҙғы сəсеү эштəрен йылдағыса тулыһынса үҙ көстəре менəн атҡарып сығырға əҙерлəнəлəр. Район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштəрен уңышлы һəм ваҡытында башҡарыу өсөн бар мөмкинлектəрҙе файҙаланалар.
Рəүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбəт ауылы
Читайте нас