Техника, яғыулыҡ, орлоҡ - барыһын да бер башта тоторға кәрәк. Янында, ярар, ҡатыны Әлфинә бар, аш-һыу, йылы йорт ҡына түгел, фермерҙың булған барлыҡ мәшәҡәттәре лә Әлфинәнең мәшәҡәттәре. Ҡатынды ярты яҙмыш тиҙәр, күберәктер. Беҙҙән теләк: техника гөрләп торһон, игендәр уңып торһон (ҡатындан уңған ирҙең, икмәге лә насар булмаҫ), тормош арбаһы ла, майлаған кеүек, ыңғырашмай, йырлап ҡына алға барһын.