Рәүеф Абдуллин да ошонда: бында хәтәр, - тип беҙҙең менән фекерҙәрен бүлеште. - Күргәҙмә бик шәп, хатта сит илдәрҙән килгәндәр. 159 төрлө ауыл хужалығы техникаһын сығарып ҡуйғандар, их, былар барыһы ла беҙҙең районда булһа, сәсеүҙе бер көндә бөтә лә ҡуя инек, - ти Рәүеф Тимерхан улы.
ВДНХ директоры Әлфиә исемле мөләйем ханым менән бергә фотоға төшкәндәр. Беҙҙең егеттәрҙе оҡшатҡан директор, Көйөргәҙе районына именлек теләгән.
- Фамилияһы нисек ул директорҙың?
- Әлләсе, ныу бик матур, һәйбәт ҡатын инде.