Ауыл хужалығы
31 Марта 2021, 11:33

Ағас артында ниҙәр бар?

Күҙегеҙ һәйбәт күрәме? Ағастар артында ултырған машиналарҙы күрәһегеҙме? Бик күп улар, шулай бит?

Яңы Мораптал ауылы был, юҡ, береһе лә туй үтәреп ятмай, Өфөнән күпләп ҡоҙалар ҙа ҡайтмаған (Гөлназ Асаеваға һуҡтырабыҙ). Бөгөн бында Киров хужалығының отчет-һайлау йыйылышы булды - ағас артындағы машиналар уларҙыҡы, крәҫтиәндәрҙеке. Беҙгә морапталдар шулайтып яҙып ебәргән - ауылыбыҙ, Аллаға шөкөр, бай йәшәй. Ошо машиналарға ҡарап ҡына был турала ышаныслы әйтергә була. Колхозсыларҙың һәр береһендә машина, элек хатта Запорежецҡа сиратҡа тороп яфалана инек, килде заманалар, сит илдекендә генә елдәрәбеҙ, торғаны менән хөрриәт.
Ағас артында машиналар бар, күрер күҙ быны күрә, машиналарҙан тыш, морапталдарҙың һәйбәт йәшәгәнен дә күрә, бының өсөн күңел күҙе лә хатта кәрәк түгел, маңлай күҙе лә етә.
Читайте нас