- Ауыл эшсəндəре менəн донъя йөгөн бер булып тартҡанда ғына уңыш ҡаҙаныштарға өлгəшергə мөмкин. Шөкөр, был йəһəттəн мин үҙемдең коллегаларымдан, ауылдаштарымдан уңдым, улар тырыш, эш һөйөүсəн булыуҙары ҡыуандыра. Хужалығыбыҙ етəксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмəткəре Рəмил Ғиниəт улы Мостафинға рəхмəтлемен. Ҡиммəтле техниканы тап миңə ышанып тапшырыуҙары иңемə ҙур яуаплылыҡ өҫтəй. Был миңə бирелгəн өсөнсө машина була инде, - ти Илшат Ришат улы.
Рəүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбəт ауылы